Файҙалы кәңәштәр
1 Март 2024, 12:31

Йомшаҡ ҡына ҡош теле

Был ҡош телен бешереү өсөн 500 мл кефир, 2 йомортҡа, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, 5 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы уксус, 1 балғалаҡ сода, 1 кг он кәрәк була.  Бүлмә температураһындағы кефирға йомортҡа, шәкәр, тоҙ ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ. Унан май менән уксус ҡушып туҡып ебәрегеҙ. Хәҙер инде иләй-иләй он һалығыҙ. Он араһына соданы ла өҫтәп ебәрегеҙ.  

Йомшаҡ ҡына ҡош телеЙомшаҡ ҡына ҡош теле
Йомшаҡ ҡына ҡош теле

Йомшаҡ ҡына ҡош теле 

Был ҡош телен бешереү өсөн 500 мл кефир, 2 йомортҡа, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, 5 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы уксус, 1 балғалаҡ сода, 1 кг он кәрәк була. 

Бүлмә температураһындағы кефирға йомортҡа, шәкәр, тоҙ ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ. Унан май менән уксус ҡушып туҡып ебәрегеҙ. Хәҙер инде иләй-иләй он һалығыҙ. Он араһына соданы ла өҫтәп ебәрегеҙ.

Матур итеп ҡамыр баҫҡас, целофан менән төрөп, һалҡын урынға ҡуйып тороғоҙ.

20-30 минуттан һуң ҡамырҙы ике өлөшкә бүлегеҙ. яҡшылап йәйп, ромб итеп ҡырҡып сығығыҙ. Уртаһын ҡырҡып, тишегенән әйләндереп килтереп сығарығыҙ.

Ҡыҙған табаға май ҡойоп, ике яҡлап бешереп алығыҙ.

Әҙер ҡош теленең өҫтөнә шәкәр пудраһын һибегеҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Готовить просто (https://t.me/+7yn2A_5r_vFjNWFi)

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас