Файҙалы кәңәштәр
28 Февраль 2024, 07:24

Картуфтан рулет

Әйҙәгеҙ, төшкөлөккә тәмле-е-е генә картуф рулетын бешерәйек.    Бының өсөн 6-7 картуф, тәменә ҡарап тоҙ, борос, прованс үләндәре, 150 г сыр, 500 г фарш, 1 башлы һуған,

Картуфтан рулетКартуфтан рулет
Картуфтан рулет

Әйҙәгеҙ, төшкөлөккә тәмле-е-е генә картуф рулетын бешерәйек. 

Бының өсөн 6-7 картуф, тәменә ҡарап тоҙ, борос, прованс үләндәре, 150 г сыр, 500 г фарш, 1 башлы һуған, чили боросо, 3 теш һарымһаҡ, кинза, 30 г аҡ май алына. 

Пергамент өҫтөн май, ҡырылған сыр һалығыҙ. Өҫтөнә балдаҡлап туралған картуфты теҙеп һалығыҙ ҙа табала ҡурылған фаршты йәйегеҙ. Бына инде уны рулет итеп төрөргә сират етте.  

 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30 минут бешереп алығыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас