Быларҙы белергә кәрәк
Кемдер рассаданы ай календары буйынса уңайлы көндәрҙә ултырта, икенселәре ҡатын-ҡыҙҙар көндәрендә –шаршамбы, йома йәки шәмбе орлоҡ сәсә. Был һәр кемдең шәхси эше, иң мөһиме – һөҙөмтә һөйөндөрһөн.
Үҫемлектәрҙе иртә сәсеү ҙә кәрәкмәй – улар һуҙыла, оҙон булып үҫә һәм көсһөҙләнә.
Тәжрибәле баҡсасылар иң элек йорттағы орлоҡ запастарын ҡарарға, ултыртыу планын төҙөргә, етмәгән сәсеү материалы исемлеген төҙөргә һәм унан һуң ғына магазинға барырға кәңәш итә.
Орлоҡ йәшерәк булған һайын, шытымдар ҙа яҡшыраҡ сыға тип санала. Тик ҡабаҡ культуралары - ҡыяр, ташҡабаҡ, патиссондар түгел. Өс йылдан һуң уларҙың сығышы, киреһенсә, арта.
Баҡсалағы ағастар һәм ҡыуаҡтарҙы ҡарарға, төрлө үҫемлектәрегеҙгә ҡар өйөргә онотмағыҙ. Ҡарҙы тығыҙларға кәрәкмәй, тип кәңәш итә белгестәр. Шулай уҡ йәш үҫентеләрҙең ботаҡтары ҡар ауырлығынан һынмаһын өсөн уларҙы даими ҡағып торорға кәрәк. Теплицаның түбәһен таҙартырға, ә ҡарҙы уның эсенә ырғытырға ла онотмағыҙ.