

Күҙ тирәһендәге тире өсөн маскалар
***
1 аш ҡалағы эремсекте 1 балғалаҡ үҫемлек майы менән бергә бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан иҙмәне ҡыяр киҫәгенә һылап, күҙ бәбәгенә һалабыҙ. Ҡул менән бер аҙ баҫтырып алабыҙ. 20 минуттан һуң йыуып төшөрәбеҙ. Күҙ тирәһендәге тире сафланып ҡалыр.
***
Был рецепт өлкәнерәк йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнә.
1 аш ҡалағы персик, кастр йәки миндаль майын 1-2 тамсы эфир майы менән ҡушып болғатабыҙ. Туңған ҡыяр киҫәктәрен майлап, өйрөлтөп маска эшләйбеҙ. Был һулып барған күҙ тирәһендәге тирене сафландырып ебәрер, күҙ төбөндәге йыйырсыҡтарҙы шымартыр.
Күҙ тирәһендәге тирене сафландырыр өсөн ер еләге, абрикос, ҡурай еләге, виноград, миләш, персик, авокадо һәм алма менән маска эшләргә кәрәк.
***
Петрушка япраҡтарын ваҡ итеп турап, битеңдәге проблемалы урындарға һалып тор. 15 минуттан һуң йыуып төшөр. Петрушка һутынына һыу өҫтәп, формаға ҡойоп туңдыр. Һәр иртәлә был боҙ менән битеңде һөртөп ал. “Ботокс” тигән заманса терминың ары торһон! Петрушкалы боҙ күҙәнәктәр эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, һырҙарҙы бөтөрә. Ҡыҫҡаһы, йәшлек эликсиры!
***
Картуфтың ҡабығын әрсеп, ваҡ ҡырғыстан үткәрегеҙ. Ошонда ваҡланған һоло ярмаһын 1:1 кимәлдә ҡушығыҙ. Массаға 1 ҡалаҡ йылы һөт өҫтәгеҙ. Күҙҙең аҫҡы ҡабағына косметик май һөртөгөҙ ҙә өҫтөнә әҙер иҙмәне һылағыҙ. 5-7 минуттан мамыҡ диск ярҙамында һөртөп алығыҙ һәм һалҡынса һыу менән йыуығыҙ. Аҙаҡ туҡландырыусы крем һөртөргә онотмағыҙ!