Боросто февралдә үк ултыртырға кәрәк. Был йәшелсә күсереп ултыртыуҙы ауыр кисергәнен онотмағыҙ. Шуға ла уны бәләкәй стакандарға йәки торфлы һауыттарға сәсегеҙ. Тамыр системаһы бик әкрен үҫешеү сәбәпле, ҙур көршәктәр ҡулланмағыҙ. Тупраҡ ике өлөш янған тиреҫтән, бер өлөш ҡомдан, бер өлөш ябай тупраҡтан булһа, бигерәк шәп. 1 кг был ҡатнашмаға бер ҙур ҡалаҡ көл дә ҡушығыҙ. Әгәр былай итеп тупраҡ әҙерләү мөмкинселегегеҙ булмаһа, магазиндан йәшелсә үрсетмәһе өсөн тәғәйен тупраҡты алығыҙ.
...бүрттерәбеҙ
Татлы борос орлоғон бүрттереү өсөн +50 градустағы эҫе һыуҙа биш сәғәт тотоп алалар. Ошолай эшләгәндә, орлоҡтар тиҙ генә шытып сыға. Үрсетмәләр үҫкән бүлмә температураһы +26...+28 градус, кис +10...+15 градус булырға тейеш. Һыуҙы кәрәгенән артыҡ күп һибергә ярамай. Үрсетмәнең һабағы серей башлауы, ауырыуы бар. Тик йылы һыу һибегеҙ. Бүлмә һауаһы ҡоро булғанда үҫентеләргә һыу бөркөп алырға ла онотмағыҙ. Иң мөһиме - боросҡа яҡтылыҡ кәрәк. Көндәр йылытҡас, тышҡа сығарып сыныҡтыра башлағыҙ. +13 градустан түбән булған һауа температураһында борос өшөй.