Шул тиклем ябай торт. Барлыҡ ингридиенттарҙы ҡушып болғатаһың да духовкаға оҙатаһың. Ул арала торт әҙер ҙә була.
Бешереп ҡарайбыҙмы?
Ябай торт
* 2 стакан он;
* 1,5 стакан шәкәр;
* 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ;
* 4 йомортҡа;
* 400 гр эремсек;
* 100 гр аҡ май;
* 1 балғалаҡ сода;
* семтем тоҙ;
* теләк булғанда сәтләүек, йөҙөм, цукат һ.б. биҙәргә була.
Йомортҡаныны шәкәр менән бергә туҡыйбыҙ. Шәкәр тулыһынса иреп бөтөргә тейеш. Йомортҡа ҡушылмаһына ҡаймаҡ, эремсек һәм иретелгән аҡ май, сода, тоҙ ҡушабыҙ. Барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ ҙа блендер менән туҡып алабыҙ. Он иләп ҡушабыҙ ҙа йәнә яҡшылап болғатабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы формаға ҡойоп, 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Әҙер тортты форманан алырға ашыҡмағыҙ. Бер аҙ һыуынһын. Унан таҫтамалға төрөп торор кәрәк.
Табынға ултыртыр алдынан өҫтөнә шәкәр пудраһын һибергә була. Шулай уҡ матурлап биҙәргә лә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!