+24 °С
Ямғыр
Туҡлыҡлы, тәмле, һәр кемгә оҡшаған салат эшләгегеҙ киләме? Тимәк, был салат һеҙҙең өсөн!
Бының өсөн беренсе ҡатына - ҡырылған картуф, икенсеһенә - консерваланған скумбрия, өсөнсөһөнә - ҡырылған йомортҡа, дүртенсеһенә - ҡырылған кишер, бишенсеһенә - ҡырғыс аша үткәрелгән ҡыяр, алтынсыһына - ҡырылған сыр, етенсеһенә тағы ла картуф һалабыҙ. Һәр ҡаттың араһына майонез һөртәбеҙ. Өҫтөн үҙебеҙсә биҙәп тә ебәрһәк! Аштарығыҙ тәмле булһын!