Файҙалы кәңәштәр
4 Февраль 2024, 06:05

Гриптан

Табиптар район-ҡалабыҙҙа грипп менән ауырығандарҙың һаны арта башлауын белдерҙе. Температура 39-40 градусҡаса күтәрелә, ғаиләһе менән ятып ауырығандар бар, ти улар. Грипты йоҡтормаҫ өсөн нимә эшләргә? Киҙеү миҙгелдәрен үләндәр һәм башҡа ысул менән һау-сәләмәт үткәреп ебәргән кешеләрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ...

ГриптанГриптан
Гриптан
 Һалҡындар төшөү менән, әрем төнәтеп эсә башлайым. Әрем ныҡ көслө үлән, шуға күрә төнәтмәне сама белеп ҡабул итеү мөһим. Киптерелгән ике аш ҡалағы әремде бер литр һыуҙа төнәтәм. Бер сәғәттән эсә башлаһаң да була, тәүлегенә бер балғалаҡ етә. Бер семтем кипкән орлоғон да йоторға мөмкин. Көнөнә өс мәртәбә.
Ҡайтып инеү менән ҡулдарҙы, танауҙы һабынлап яҡшылап йыуам. Һәм аш содаһы менән тамаҡты сайҡатам. Мунсала сабынғанда парныйға содалы һыу һибәм. 
Һарымһаҡлы һыу эсәм. Төнгөлөккә. Бының өсөн иртәнсәк бер бүлкәт һарымһаҡты тураҡлап өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп әҙерләп ҡуям.
Лимонлы, имбирлы сәйҙе күп эсәм. Әремле төнәтмәгә бал болғатып эсәм. Бар ауырыуҙы аҡтарып килтереп сығара.
Халыҡ күп йыйылған урында йөрөмәйем. Магазиндарҙа битлек кейәм.
Өшөмәҫкә тырышам. Сөнки өшөү менән тәндә ҡуҙғала алмай ултырған вирустар һине еңә. 
Һау-сәләмәт булайыҡ!
 
 
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас