+24 °С
Ямғыр
Был печеньены төшкөлөккә лә бешерергә була. Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып болғаның да, ҡамыр баҫтың. Унан йәйеп оҡшаған форма менән ҡырҡып сығаң да 15 минутҡа духовкаға оҙатаң. Һәм... танауҙы ҡытыҡлар еҫтәр сығарып рәхәтләнеп сәй эсәһең.
Башланыҡмы?
Бының өсөн:
2 йомортҡа,
100г шәкәр,
200 мл кефир,
100 мл үҫемлек майы,
ванилин,
разрыхлитель,
семтем тоҙ,
500 г он алына.
Алдан әйтеүемсә, барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа, ҡамыр баҫабыҙ.
Унан матур итеп йәйеп, оҡшағанса ҡырҡып сығабыҙ һәм 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 15 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!