Файҙалы кәңәштәр
28 Ғинуар 2024, 07:30

Төшкөлөккә - хачапури

Төшкөлөккә тәмле генә ризыҡ әҙепләйек. Ялдарыбыҙ матур үтһен!

Төшкөлөккә - хачапуриТөшкөлөккә - хачапури
Төшкөлөккә - хачапури

Бер стакан кефирға 1 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы сода, бер семтем тоҙ, 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Уларҙы бер нисә өлөшкә бүләбеҙ. Түңәрәк итеп йәйеп эсенә ҡырылған сыр һалабыҙ ҙа, ҡыҙыу табала ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ. Тәмле булһын! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас