Һуған
Бик тә файҙалы йәшелсә ул һуған.
1. Һуған температураны төшөрә
Баланың температураһын төшөрәм, тиһәң, һуған һеҙгә ярҙамға килер. Уны балдаҡлап ҡырҡып, алма һеркәһенә манып ал. Унан ойоҡ эсенә тығып, үксәңә нығытып ҡуй. Шулай уҡ ҡолағыңа ла ҡапла. Ошолай иткәндә температура тиҙ төшә.
2. Инфекцияларҙы үлтерә.
Инфекцияны үлтерер өсөн башта һуғандан бутҡа эшлә. Шулай уҡ һөттө ҡайнатып, ҡалын икмәк киҫәге өҫтөнә ҡой. Шунда уҡ матур итеп иҙ. Бына паста әҙер. Инфекциянан ҡотолоу өсөн ҡырҡылған урынға һал һәм марля менән нығытып ҡуй. Ошолай 2-2,5 сәғәт йөрө. Инфекция бөткәнсе ошолай йөрө.
3. Ҡанды туҡтатырға ярҙам итә
Ҡырҡылған һәм сыйылған урынды бөтөрөр өсөн дә һуғанды ҡулланырға була. Бер-ике киҫәк һуғанды марля менән уратып, ҡанаған урынға һал. Ҡандың туҡтағанын һиҙмәй ҙә ҡалырһың.
4. Янған урынға дауа
Ҡояшта бешкән һәм эҫе һыуға бешкән тәнде лә һуған менән дауалап була. Бының өсөн ике минутҡа һуған киҫәген һалып тор. Унан янған урынға йомортҡа ағын һыларға була. Ошолай иткәндә янған урындың эҙе лә ҡалмаҫ.
5. Йүтәлде һуған дауалай
Һуған һуты — йүтәлдән шәп сироп. Шулай уҡ һуған киҫәген ҡолағыңа баҫ. Һуған һуты ҡанға үтеп инә һәм йүтәлде бөтөрә.
6. Ҡалтыратамы?
Өшөтөп ҡалтыратһа, башлы һуғанды аша. Бер-нисә сәғәттән еңел булып ҡалыр.
Һау-сәләмәт бул!