+24 °С
Ямғыр
Төшкөлөккә тәмле генә вена вафлийын бешерәйек. Үҙенең йомшаҡлығы, тәмлелеге... мммм.... хатта ауыҙҙан һыуҙар ҡойолоп китте. Үҙен бешереүе лә тиҙ!
Бының өсөн 3 йомортҡа, 100 г шәкәр, 250 мл һөт, 200 г аҡ май, 350 г он, 2 балғалаҡ разрыхлитель алына.
Башта йомортҡаны туҡып алабыҙ. унан шәкәр ҡушабыҙ. Ошонда уҡ һөттө, аҡ майҙы һалып, туҡыйбыҙ.
Яҡшы итеп туҡылған массаға он һәм разрыхлитель өҫтәйбеҙ. Йәнә туҡыйбыҙ ҙа бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!