Файҙалы кәңәштәр
22 Ғинуар 2024, 11:45

Гемоглобинды күтәреү өсөн

Гемоглобины түбән булыу менән ыҙалаған кешеләр күп. Һәр саҡ дарыу йотоп ҡына йөрөп булмай. Гемоглобинды баҡсабыҙҙа үҫкән йәшелсәләр менән дә күтәреп була. Эре ҡырғыстан 300-әр г кишер менән сөгөлдөрҙө үткәрәбеҙ ҙә, 300 г бал өҫтәйбеҙ. Яҡшылап бутағас, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Әҙер ҡатнашманы көн һайын иртәнсәк, ас ҡарынға ашарҙан 30 минут алда 1-әр аш ҡалағы ашарға кәрәк. Гемоглобин аҙна-ун көндән күтәрелә башлай. Сәләмәт булайыҡ!

Гемоглобины түбән булыу менән ыҙалаған кешеләр күп. Һәр саҡ дарыу йотоп ҡына йөрөп булмай. Гемоглобинды баҡсабыҙҙа үҫкән йәшелсәләр менән дә күтәреп була.

Эре ҡырғыстан 300-әр г кишер менән сөгөлдөрҙө үткәрәбеҙ ҙә, 300 г бал өҫтәйбеҙ. Яҡшылап бутағас, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Әҙер ҡатнашманы көн һайын иртәнсәк, ас ҡарынға ашарҙан 30 минут алда 1-әр аш ҡалағы ашарға кәрәк. Гемоглобин аҙна-ун көндән күтәрелә башлай. Сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас