Температураны төшөрә
Тәбиғәт быйыл үҙенсә матур. Сатнама һыуыҡтары, әсе бурандары, ҡолаҡланып торған ҡояшы, кәртәләнгән айы менән бүләкләп кенә тора.
Матурлыҡҡа матур ҙа ул. Тик бына кеше һаулығы бындай үҙгәрештәргә күнекмәгән. Ауырыу ҙа һағалап ҡына тора. Был махсус сәйҙе бешереп эсһәң, ауырыу һине урап үтер.
Бының өсөн 20-шәр грамм йүкә, ҡурай еләге, ҡара мәрүәр (бузина) япраҡтары, 15 грамм календула, 10-шар грамм ромашка һәм еркәүек (таволга) алына.
1 аш ҡалағы үлән ҡатнашмаһын 500 мл ҡайнар һыу менән бешерәбеҙ.
Был сәйҙе мөмкин тиклем күберәк эсәбеҙ. Ныҡлап тирләй башлаһаң, ҡурҡма.
Был сәйҙе шулай уҡ артриттан да эсергә кәңәш ителә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.