Файҙалы кәңәштәр
12 Ғинуар 2024, 12:00

Эттән нисек һаҡланырға?

Эйе, һуңғы көндәре эттәрҙең күпләп йөрөүе йыш күренә. “Эт туйы” тигән нәмә шул була инде. Бөгөн дә бер уҡыусыбыҙ: “Урамда ун эт китеп бара ине. Арттараҡ тағы өсәү. Балалар ҡурҡып тора ине. Ҡайта алмай”,-тип яҙып ебәргән...

Эттән нисек һаҡланырға?Эттән нисек һаҡланырға?
Эттән нисек һаҡланырға?

Ял көндәрендә ишек алдымда ниндәйҙер тауыш, ығы-зығы ишетеп сыҡһам, унда ... бер нисә эт. Аптырап, ҡыуырға маташҡансы, улар үҙемә ырылдап ырғый башланы. Эт ояһында көслө тигән әйтем, кешегә лә ҡағылалыр, күрәһең, ихатама баҫып инеп, өҫтөмә ырғырға маташҡан эттәргә ҡул аҫтына килеп эләккән бар нәмәне быраҡтыра башланым. Ырылдай-ырылдай сығып ҡастылар.

Эйе, һуңғы көндәре эттәрҙең күпләп йөрөүе йыш күренә. “Эт туйы” тигән нәмә шул була инде. Бөгөн дә бер уҡыусыбыҙ: “Урамда ун эт китеп бара ине. Арттараҡ тағы өсәү. Балалар ҡурҡып тора ине. Ҡайта алмай”,-тип яҙып ебәргән.

Эттәрҙең “туйы” мәлендә улар хәүефлегә, агрессивҡа әйләнеүен онотмағыҙ. Әгәр кәнтәй эт һеҙгә ҡарап өрһә, уның артынан эйәргән бар арлан эттәр һеҙгә ташланыуы бар. Бынан бик һаҡ булығыҙ. Бер урам булып килгән “эт туйын” ситкәрәк баҫып үткәреп ебәреү яҡшыраҡ булыр.

Әгәр юлығыҙға эт сыҡһа, иң мөһиме – ҡурҡмағыҙ! Ҡурҡыуығыҙҙы күрһәтмәгеҙ! Көслө тауыш менән ҡаты итеп “Стоять!”, “Сидеть!” йәки “Фу!” тип ҡысҡырығыҙ. Эттәр, ғәҙәттә, ышаныслы тауыштан ҡурҡып ҡаса.

Шулай уҡ һаҡланыр өсөн ҡул аҫтына эләккән таяҡ, таштарҙы ҡулланып була. Тик эткә арҡа менән боролмағыҙ, уға ҡараған килеш сигенегеҙ. Бер юлы башҡа кешеләрҙе ярҙамға саҡырығыҙ.

Әгәр эт һөжүм итергә ынтылһа ҡурҡмағыҙ. Ҡулды, яурын тирәһен ҡалын туҡыма, куртка-плащ менән урағыҙ - эт шунда йәбешһен. Унан һуң йыртҡыстың моронона, өҫкө яңағына, теленә йәки артҡы тәпәйҙәре араһына һуғығыҙ.

Эт тешләгән яра урындарын мотлаҡ яҡшылап йыуығыҙ, йод һөртөгөҙ һәм бәйләгеҙ. Мотлаҡ табипҡа күренегеҙ!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас