Файҙалы кәңәштәр
11 Ғинуар 2024, 07:17

Төшкөлөккә - фрикаделька

Тиҙ ҙә, тәмле лә булған фрикадельканы гарнир урынына ҡулланалар. Әйҙәгеҙ, беҙ уны төшкөлөккә йәһәт кенә бешерә һалайыҡ. Бының өсөн тауыҡ фаршы (башҡаһы ла ярап ҡалыр), башлы һуған, йомортҡа, тоҙ, ҡаймаҡ, томат пастаһы, үҫемлек майы, йәшелсә кәрәк була.  Башта фаршҡа туралған һуған, тоҙ, тәмләткестәр ҡушып, фиркаделька әүәләп алабыҙ. Унан итле йоморсаларҙы табала ике яҡлап ҡурабыҙ.  Айырым һауытта ҡаймаҡ, томат пастаны, һыуҙы, тәмләткестәрҙе ҡушып, соус әҙерләйбеҙ.   

Төшкөлөккә - фрикаделькаТөшкөлөккә - фрикаделька
Төшкөлөккә - фрикаделька

Төшкөлөккә - фрикаделька

Тиҙ ҙә, тәмле лә булған фрикадельканы гарнир урынына ҡулланалар. Әйҙәгеҙ, беҙ уны төшкөлөккә йәһәт кенә бешерә һалайыҡ. Бының өсөн тауыҡ фаршы (башҡаһы ла ярап ҡалыр), башлы һуған, йомортҡа, тоҙ, ҡаймаҡ, томат пастаһы, үҫемлек майы, йәшелсә кәрәк була. 

Башта фаршҡа туралған һуған, тоҙ, тәмләткестәр ҡушып, фиркаделька әүәләп алабыҙ. Унан итле йоморсаларҙы табала ике яҡлап ҡурабыҙ. 

Айырым һауытта ҡаймаҡ, томат пастаны, һыуҙы, тәмләткестәрҙе ҡушып, соус әҙерләйбеҙ. 

Килеп сыҡҡан соусты ҡурылған фрикаделькалар өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа, духовкаға оҙатабыҙ. 

Ҡуйырып, матур ғына булғас, уны алабыҙ һәм өҫтөнә туралған йәшелсә һибәбеҙ. 

Был фрикадельканы иҙелгән картуф, бешкән макарон, бутҡа менән бирергә була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас