

🔥Ауырығың килмәһә – укроп сәйен эс!
♦️Юғары ҡан баҫымы нормаға килер, эс ҡаталауы, ашҡаҙан һәм һейҙек ҡыуығы ауыртыуы бөтөр.
💥Сәйнүккә 1 аш ҡалағы укроп орлоғон һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ.
💥Сәйнүктең өҫтөн салфетка менән ҡаплап, 40 минут төнәтегеҙ.
💥Көнөнә кәм тигәндә ете-ун тапҡыр 3-әр уртлап эсегеҙ. Шуныһы мөһим: ашаған саҡта эсер кәрәк. Ас ҡарынға һәм ныҡ итеп ашап алғандан һуң ярамай.
💥Дауаланыу курсы – бер аҙна. Унан профилактика өсөн бындай төнәтмәне айына 2-3 тапҡыр эсергә кәңәш ителә.
♦️Һанап үтелгән ауырыуҙарҙан тыш укроп орлоғо төнәтмәһе шулай уҡ йүтәлдән, бронхиттан, тамаҡ ауыртыуынан, йоҡоһоҙлоҡтан да ярҙам итә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
🧭Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!