Файҙалы кәңәштәр
8 Ғинуар 2024, 07:14

Төшкөлөккә байрамса аш

Был туҡлыҡлы аҙыҡты төшкөлөккә әҙерләгеҙ.    Бының өсөн 800 г картуф, 400 г шампиньон, 800 г тауыҡ ите, 1 баш һуған, 60 г үҫемлек май, тәмләткестәр, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, ҡаты сыр...

Төшкөлөккә байрамса ашТөшкөлөккә байрамса аш
Төшкөлөккә байрамса аш

Был туҡлыҡлы аҙыҡты төшкөлөккә әҙерләгеҙ. 

Бының өсөн 800 г картуф, 400 г шампиньон, 800 г тауыҡ ите, 1 баш һуған, 60 г үҫемлек май, тәмләткестәр, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, ҡаты сыр кәрәк була.

Картуфты таҙартып, киҫәктәргә бүлеп ҡырҡабыҙ. 

Шулай уҡ шампиньон һәм тауыҡ итен турайбыҙ. 

Һуғанды ярымбалдаҡлап турайбыҙ. 

Унан барыһын бергә ҡушабыҙ. 

Май һәм тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. 

Ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. 

Фольганан берәр порциялы формалар эшләйбеҙ. Ике ҡатлы булһын.  Унан противенға теҙәбеҙ. 

Алдан әҙерләнгән эслекте тултырабыҙ һәм 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минут бешерәбеҙ. 

40 минуттан һуң ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ ҙә йәнә 10 минуттай духовкала тотабыҙ.  

Аш әҙер. 

Уны табынға эҫе килеш бирәбеҙ. Сыр һуҙылып торған килеш ашарға кәңәш ителә. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас