+24 °С
Дождь
Дауалаусы май
Был май ирен ярылғанда, шулай уҡ ҡоро һөйәлдән, табан ярылғанда, ирен осонғанда ярҙам итә.
Уны әҙерләү өсөн башта ҙур булмаған эмалле кәстрүлде һүрән утта йылытып алабыҙ. Унан 100 мл зәйтүн майын, 40 г бал ҡортоноң балауыҙын, 1/3 балғалаҡ шәкәр ҡойоп болғатабыҙ. Уның эҫегәнен көтәбеҙ.
Уттан алабыҙ һәм һыуынғанын көтәбеҙ ҙә быяла банкаға ҡоябыҙ.
Был дауалаусы майҙы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!