Быуындар өсөн һарымһаҡлы май
Һарымһаҡтың шифаһы тураһында беҙҙең барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Уны халыҡ медицинаһында нисек кенә ҡулланмайҙар!
Быуындар менән проблема булған саҡта түбәндәге рецептты ҡулланырға була:
1. 300-400 г һарымһаҡты таҙартып, ит турағыстан үткәрегеҙ. Унан бер литрлы банкаға һалығыҙ. Аҙаҡ өҫтөнә таҙартылмаған үҫемлек майын ҡойоғоҙ.
2. Был ҡатнашманы 2 аҙна дауамында ҡараңғы урында төнәтегеҙ. Көн дә болғатып торор кәрәк була.
3. Һарымһаҡлы май әҙер.
4. 3-4 ҡат марля менән һөҙөп алығыҙ.
Был майҙы ауыртҡан йәки һыҙлап торған урынға һөртөгөҙ. Мәҫәлән, остеохондроз булғанда бил тәңгәленә йәки артроздан быуынға.
Унан полиэтилен һәм йылы шәл менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк.
Тәүге көндәрҙән үк еңеллек тойорһоғоҙ. Һыҙланыу кәмеп ҡалыр.
Дауаланыу курсы 2 ай.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!