Файҙалы кәңәштәр
7 Ғинуар 2024, 06:20

Кесерткән ярҙам итер

Өлкәнәйә бара быға тиклем күҙенә зарланмағандар ҙа насар күрә башлай. Кемдер алыҫтан, кемдер яҡындан күрмәй, кемгәлер икеһе лә хас. Ошондай мәлдә кесерткән ярҙамға килә. Кем уны киптермәгән, аптеканан алырға була...

1 аш ҡалағы кипкән кесерткәнгә бер стакан ҡайнап торған һыу ҡойоғоҙ. Уны 1 сәғәт төнәтегеҙ. Уны көнөнә өс мәртәбәгә бүлеп эсегеҙ. 

Яҙғыһын, кесерткән күренеү менән, унан салат, ашты даими әҙерләү күҙегеҙҙең үткерлеген ҡайтарыр, ҡарашығыҙ балҡып китер. Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас