+24 °С
Ямғыр
Бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы алма уксусы, бер сәй ҡалағы бал болғатып иртәле-кисле эсеү организмды шлактарҙан таҙарта, тире ауырыуҙарын профилактикалай, энергия бирә, ти халыҡ медицинаһы. Ябығырға теләүселәр уны ашарға 20 минут ҡалғанда эсә, сөнки аппетитты кәметә. Шул уҡ ваҡытта алма уксусының үҙен генә эсеү ҡәтғи тыйыла. Алма уксусы бик көслө, шуға күрә уны ҡулланыр алдынан табиптар менән кәңәшләшер кәрәк.
Варикозды булдырмау өсөн аяҡтарға алма уксусы һөртәләр. Һау-сәләмәт булайыҡ!