Файҙалы кәңәштәр
31 Декабрь 2023, 04:35

Яңы йыл табынына

Тултырылған өйрәк (ҡаҙ, күркә) һәр табындың биҙәге...

Уртаса ҙурлыҡтағы өйрәкте иртәнән кискә тиклем тоҙло һыуҙа тотабыҙ. Бының өсөн 10 литр йылы һыуға 1 ҡап тоҙ алына. Ҡош түшкәһен салфетка менән ҡоротоп, уға маринад һөртәбеҙ. 1 әфлисун һуты, 2-3 аш ҡалағы соя соусы,1 аш ҡалағы гәрсис, 2 балғалаҡ бал ҡатнашмаһын өйрәккә эсле-тышлы һөртөп, уны һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ. Бешерер алдынан уның эсенә ҡара емеш, айва йәки йәшел алма тултырабыҙ ҙа, асыҡ урынын тегеп йәки шырпы менән бер нисә урындан эләктереп ҡуябыҙ. Эслек төрлө, үҙегеҙгә оҡшағанса булыуы бар. Махсус ҡапсыҡҡа йәки фольгаға төрөп, духовкаға оҙатабыҙ. Тәмле ризыҡ 180-200 градус ҡыҙыулыҡта бер сәғәт ярым тирәһе бешә. Бешеп сығырға ярты сәғәт ҡала өҫтө ҡыҙарһын өсөн ҡапсыҡты асырға кәрәк. Маринадта оҙағыраҡ тотһағыҙ, өйрәгегеҙ тәмлерәк булыр. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас