

Йомшаҡ, һутлы булған тортто мотлаҡ байрам табынына әҙерләгеҙ.
Бының өсөн 2 йомортҡа, 380 г шәкәр менән ҡуйыртылған һөт, 150 г он, 1 балғалаҡ разрыхлитель, 100 г ҡара емеш, 500 г 20%-лы ҡаймаҡ, 70 г шәкәр кәрәк була.
Йомортҡаны табаҡҡа һалып, яҡшылап туҡыйбыҙ. Яйлап ҡына ҡуйыртылған һөттө өҫтәйбеҙ.
Ондо разрыхлитель менән ҡушып иләйбеҙ. Унан шыйыҡ массаға ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Һеҙҙең өсөн ҡамыр үтә ныҡ шыйыҡ булып тойолор. Әммә он өҫтәргә кәңәш ителмәй.
Форманы майлап, массаны ҡоябыҙ. Ҡамыр өҙөлмәй генә ағып торорға тейеш.
160 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30-35 минут тирәһе бешеп сыға.
Кремды әҙерләйбеҙ.
Бының өсөн ҡаймаҡ менән шәкәрҙе ҡушып ҡуйырғансы туҡыйбыҙ. Ошонда уҡ ҡара емеште ҡушабыҙ ҙа болғатабыҙ.
Бисквит һыуынғас, бер иш ҡалынлыҡта йоҡартып ҡырҡабыҙ.
Һәр ҡатҡа крем һөртәбеҙ ҙә һеңһен өсөн һыуытҡысҡа 4-5 сәғәткә ҡуябыҙ.
«Ҡәҙерле ҡунаҡҡа» торто әҙер. Биҙәргә генә ҡалды.
Яңы йылдар татлы һәм ҡотло булһын!