+24 °С
Ямғыр


2 йомортҡа, 4 аш ҡалағы шәкәрҙе ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Кем бик үк шәкәрлене яратмай, бер семтем тоҙ һәм 2-3 аш ҡалағы шәкәр һалырға мөмкин. Унан бер стакан һөт өҫтәйбеҙ, артабан 1 стакан он, 1 стакан ҡайнар һыу ҡушып тағы болғатабыҙ. 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы өҫтәйбеҙ. Ҡыҙған табала ҡоябыҙ. Йоҡа, тәмле ҡоймаҡтар һәр кемгә оҡшар. Тәмле булһын!