Файҙалы кәңәштәр
28 Декабрь 2023, 10:05

Иң тәмле тарталетка

Тәмле тарталеткалар һәр өҫтәлдең биҙәге. Уны эшләүе тиҙ, ә эсенә һәр кемгә оҡшаған ҡабымлыҡты һалып була...

Майонезға бер бүлкәт ваҡ ҡырғыстан үткән һарымһаҡты ҡушырға. Артабан уға йомшаҡ (плавленый) сырҙы ҡушып болғайбыҙ. Уларҙы тарталеткаларға тултырабыҙ. Өҫтөн үҙегеҙгә оҡшаған ризыҡ менән биҙәгеҙ. Әҙ тоҙланған ҡыҙыл балыҡ, ваҡ итеп туралған бешкән йә ҡаҡланған ит, ветчина, бәшмәк. Эшләп ҡарағыҙ. Мотлаҡ оҡшаясаҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас