Файҙалы кәңәштәр
27 Декабрь 2023, 07:40

Бик тәмле манты

Һәр ғаиләлә яратып ашалған ризыҡ ул - манты...

Эслек өсөн картуф, һуған, үткәрелгән фарш кәрәк..
Ҡамырын йомшаҡ ҡына баҫабыҙ, йомортҡа һалмайбыҙ, йоҡа ғына итеп йәйергә тырышабыҙ. Берәр ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушҡанда, ҡамыр һығылмалыраҡ була. Ҡамырҙы ярты сәғәткә ҡуйып торабыҙ.
Картуфты ваҡ итеп турап, һуғанды ваҡлап турап, һутлыраҡ булһын өсөн уны ит менән бер сама алырға кәрәк. Ит бик һимеҙ түгел икән, май ҡушырға мөмкин.
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас