

Бының өсөн 500 г онталған грек сәтләүеге, 300г бал, 100 г алоэ һуты, 4 лимон һуты кәрәк була.
Быларҙың барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ. Әҙер бальзамды көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда балаларға 1-әр балғалаҡ, ололарға 1-әр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.
Бальзам йүтәлдән, бронхиттан ярҙам итә.
Баланлы сәй.
Шәкәр менән ыуылңан баланды ҡайнар һыуға һалып болғатабыҙ. Был шәп эсемлек һыуыҡ тейгәндә, йүтәлдән, тамаҡ төбө ғырылдағандан ярҙам итә.
Ҡоро ️йүтәлдән.
Стакандың дүрттән бер өлөшөнә аҡ май һалып, ошонда уҡ йомортҡа һарыһын һәм шәкәр ҡушып болғатабыҙ. Ҡатнашманы көнөнә 2 тапҡыр 2-шәр балғалаҡ ашағыҙ.
👍 Йүтәлдән һәм ғырылдауҙан
Стакандың яртыһына йөҙөм һәм 1 стакан һыу, 1 аш ҡалағы башлы һуған һутын ҡушып болғатырға.
Был төнәтмәне төнгөлөккә йәки көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 20 минут алда эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!