Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
26 Декабрь 2023, 12:30

Тирене генә түгел, организмды ла таҙарта

Сәйер рецепт. Әммә бик файҙалы. Дауаланыу курсының яртыһына етеүгә бит тиреһе тап-таҙа булып ҡалыр! Ә тәнегеҙ ебәк кеүек шыма булыр. Шулай уҡ эс ҡатыу проблемаһын оноторһоғоҙ. Быуындар һыҙламай ҡалыр. Юҡ-барға тирләмәй башларһығыҙ!  Бының өсөн аптеканан ҡайын дегетен (берёзовый дёготь) һәм пипетка һатып алығыҙ. Йоҡларға ятырҙан алда икмәкте бәләкәс кенә итеп ҡырҡып алығыҙ ҙа унда 5 тамсы дегет тамыҙығыҙ. Тиҙ-тиҙ генә сәйнәп йота һалығыҙ. Башта ныҡ тәмһеҙ булыр, аҙаҡ өйрәнеп китерһегеҙ.   

Тирене генә түгел, организмды ла таҙартаТирене генә түгел, организмды ла таҙарта
Тирене генә түгел, организмды ла таҙарта

Тирене генә түгел, организмды ла таҙарта

Сәйер рецепт. Әммә бик файҙалы. Дауаланыу курсының яртыһына етеүгә бит тиреһе тап-таҙа булып ҡалыр! Ә тәнегеҙ ебәк кеүек шыма булыр.
 Шулай уҡ эс ҡатыу проблемаһын оноторһоғоҙ. Быуындар һыҙламай ҡалыр. Юҡ-барға тирләмәй башларһығыҙ! 

Бының өсөн аптеканан ҡайын дегетен (берёзовый дёготь) һәм пипетка һатып алығыҙ. Йоҡларға ятырҙан алда икмәкте бәләкәс кенә итеп ҡырҡып алығыҙ ҙа унда 5 тамсы дегет тамыҙығыҙ. Тиҙ-тиҙ генә сәйнәп йота һалығыҙ. Башта ныҡ тәмһеҙ булыр, аҙаҡ өйрәнеп китерһегеҙ. 

Икенсе көндө 6 тамсы тамыҙығыҙ. Ошолай берәр тамсылап өҫтәп, 10-ға тиклем алып барып еткерегеҙ. 10 тамсыны тамыҙған икмәкте 2 аҙна дауамында ашағыҙ. Унан йәнә 1-әр тамсылап кәметегеҙ. 5 тамсыға барып еткәс, йәғни 24 көн үткәс, туҡтатырһығыҙ! 

Дегетле икмәкте ашағандан һуң артынан бер нәмә лә ашарға ла, эсергә лә ярамай. Ә бына ҡара икмәкме әллә ағымы -- уныһы мөһим түгел. Иң мөһиме, 24 көн дауамында туҡтап ҡалырға ярамай. 

Бындай процедураны йылына ике тапҡыр ғына ҡабатларға ярай. 

Мәғлүмәт өсөн: 

Ҡайын дегете – майлы, ҡап-ҡара, ауыр еҫле шыйыҡса. Ул микробтарға, паразиттарға ҡаршы көрәшә, антисептик булараҡ билдәле...
Ҡайын дегете менән был ауырыуҙарҙы дауаларға мөмкин: 

- хроник ангина,
- һыу сәсәге,
- сәс ҡойолоуынан,
- тирегә бәшмәк сыҡһа,
- гангрена,
- бронхиаль астма,
- оҙаҡ бөтәшмәгән тропик сей яралар,
- һары ауырыу  һ.б. һ.б. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алданына табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас