Файҙалы кәңәштәр
26 Декабрь 2023, 07:23

Төрөксә бәлеш

Әйҙәгеҙ, фарш менән төрөксә бәлеш бешерәйек. Тиҙ ҙә, тәмле лә булмаҡсы.   Башланыҡ!   Бәлеш өсөн 400 г әсеткеһеҙ ҡатлы ҡамыр (слоёное бездрожжевое тесто), 500 г фарш, башлы 2 һуған, 150 г сыр, ҡурыр өсөн үҫемлек майы, тәменә ҡарап

Төрөксә бәлешТөрөксә бәлеш
Төрөксә бәлеш

Әйҙәгеҙ, фарш менән төрөксә бәлеш бешерәйек. Тиҙ ҙә, тәмле лә булмаҡсы.

Башланыҡ!

Бәлеш өсөн 400 г әсеткеһеҙ ҡатлы ҡамыр (слоёное бездрожжевое тесто), 500 г фарш, башлы 2 һуған, 150 г сыр, ҡурыр өсөн үҫемлек майы, тәменә ҡарап тоҙ, борос алына. Шулай уҡ өҫтөнә һөртөр өсөн йомортҡа һарыһы, һибер өсөн аҡ һәм ҡара кунжут орлоғо кәрәк була. 

Ҡатлы ҡамырҙы йоҡа итеп йәйәбеҙ ҙә оҙон итеп ҡырҡып сығабыҙ. 

Уртаһына ҡурылған фаршты матурлап һалып, бөрөп сығабыҙ ҙа табаға рулет кеүек төрөп һалабыҙ. 

180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала бешереп алабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!  

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас