Файҙалы кәңәштәр
25 Декабрь 2023, 08:25

Сөгөлдөр - ун минутта

Яңы йыл алдынан ваҡыт бигерәк тығыҙлана. Салат өсөн сөгөлдөрҙө 10 минутта бешереп алырға була. Бының өсөн микроволновканы ҡулланабыҙ...

Яңы йыл салаттарының күбеһе сөгөлдөрҙән эшләнә. Көндәлек тормошта ла ул бик кәрәк. Уны тиҙ генә бешереүҙең ябай ысулы бар. Уртаса ҙурлыҡлаты сөгөлдөрҙө полиэтилен моҡсайға һалығыҙ. Моҡсайҙың ауыҙын бәйләгеҙ. Бер нисә урындан энә менән тишегеҙ. Микроволновка һауытына һалып, 10 минутҡа ҡуйып стартҡа баҫығыҙ. Бына шулай, сөгөлдөр әҙер. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас