+24 °С
Ямғыр
Башта дөгөнө йылы һыуға һалып, ебетеп алабыҙ. 1 кг дөгөгә 200 мл үҫемлек майы, 500 гр ит, 1 баш һуған, 800 гр кишер, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 литр һыу кәрәк була.
Һуғанды турап, майҙа ҡурабыҙ. Алтын төҫөнә ингәс, итте турап төшөрәбеҙ ҙә ҡыҙыу утта ҡурып алабыҙ. Кишер өҫтәйбеҙ, уның өҫтөнә тоҙ һәм шәкәр һалып, ҡапҡасын ҡаплайбыҙ һәм 10-15 минут бешерәбеҙ. Унан 1 литр һыу ҡоябыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡансы дөгөнө яҡшылап йыуабыҙ ҙа һыуын һарҡытабыҙ. Дөгөнө ҡаҙанға төшөрәбеҙ. Утты көсәйтәбеҙ һәм 10 минут томалайбыҙ. Ҡапҡасын асып, дөгөнө генә болғатабыҙ. Кишер һәм итенә тейергә кәрәкмәҫ. Унан ҡабаттан ҡапҡасын ябып, 30 минут һүрән утта бешерәбеҙ. Бына хуш еҫле, таралып торған дөгөлө былау әҙер.