кәбеҫтә, дөгө, фарш алабыҙ. Кәбеҫтә – уртаса кәбеҫтәнең 4/1 өлөшө; фарш – 500 грам; дөгө ярмаһы – ярты стакан; томат пастаһы – бер аш ҡалағы; һуған – бер-ике баш; һарымһаҡ – ике тырнаҡ; тоҙ, борос, лавр япрағы, тәмләткестәр. Башта дөгө ярмаһын йыуып бешерергә ҡуябыҙ. Ярым әҙер булғансы, йәғни 10 минут самаһы бешергәс, һалҡын һыуҙа сайҡатабыҙ. Артабан сөм һауытҡа дөгөнө, фаршты һалабыҙ һәм һаламлап киҫелгән кәбеҫтә, ваҡ итеп туралған һуған, һарымһаҡ ҡушабыҙ. Таралмаһын өсөн бер йомортҡа өҫтәп ебәрәбеҙ, тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушып бергә болғайбыҙ. Табаға көнбағыш майы һалып ҡыҙҙырғас, “ялҡау” голубцылар эшләп һалабыҙ. Фарш йәбешмәһен өсөн ҡулды һыулап торорға кәрәк. Ике яғын әйләндереп табала өҫтө ҡыҙарғансы бешерәбеҙ. Өҫтөнә туралған бер помидор йәки ҡырғыс аша үткәрелгән кишер һалабыҙ, томат пастаһы, бер стакан ҡайнаған һыу өҫтәйбеҙ. Лавр япрағы, тәмләткестәр ҡушабыҙ. Өҫтөн ҡаплап талғын ғына утта 30 минут бешерәбеҙ.
Аштарыбыҙ - тәмле, йорттарыбыҙ - ҡотло, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!