Файҙалы кәңәштәр
22 Декабрь 2023, 13:00

Ҡотҡарыусы май

Олоғайған һайын быуындар үҙен һиҙгертә башлай. Шул ваҡытта халыҡ медицинаһы ярҙамға килә. Лавр майынан беренсе көндән үк еңеллек тойорһоғоҙ...

Ҡотҡарыусы майҠотҡарыусы май
Ҡотҡарыусы май

Олоғайған һайын быуындар үҙен һиҙгертә башлай. Шул ваҡытта халыҡ медицинаһы ярҙамға килә. Гел генә дарыуҙар, уколдар менән дә булмай бит. Күптәр ҡулланған һәм файҙаһын күргән лавр япрағы майын эшләп алырға була.

Бер нисә ҡап япраҡ һәм таҙартылмаған көнбағыш йәки етен, зәйтүн, кукуруз майы кәрәк. 0,5 банкаға 4 ҡап лавр япрағы, өҫтөнә сыҡҡанса йылы (ҡайнар түгел) көнбағыш (нерафинированное) майы ҡоябыҙ. Ҡояш нурҙары төшмәгән, бүлмә температураһы булған урында ике аҙна тоторға кәрәк. Ара - тирә болғаштырып торорға. Ике аҙнанан һөҙөп алырға, үҙегеҙгә уңайлы һауытҡа ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. 

Быуындар һыҙлағанда, самалап алып ыуырға. Беренсе көндән үк еңеллек тойорһоғоҙ.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас