+21 °С
Болотло


Духовкала дөгө һәм йәшелсә менән тауыҡ
Төшкө ашығыҙ әҙер түгелме? Улайһа тиҙ генә тауыҡ менән дөгөнө духовкаға тығып ебәрәйек. Хуш еҫтәрен таратып бешеп тә сығыр.
Бының өсөн:
500 г тауыҡ ите
1 банка маринадланған бәшмәк
уртаса ҙурлыҡтағы 1 кишер
1 баш һуған
1-2 стакан дөгө
тәменә ҡарап тоҙ, борос, тимьян, розмарин ҡушырға була
ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы алына.
Лисҡа башта турап кишер, һуған, бәшмәктә һалабыҙ. Уның өҫтөнә йыуып дөгөнө йәйәбеҙ.
Тауыҡ итен тоҙлап, борослап, майлап теҙеп һалып сығабыҙ.
Өҫтөнә сығырлыҡ һыу ҡойоп, духовкаға ултыртабыҙ.
Өйгә хуш еҫе таралдымы? Мммм. ауыҙҙан һыуҙар ҡойолоп китте..
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

