Файҙалы кәңәштәр
16 Декабрь 2023, 05:10

Быуындар һыҙламай ҡалыр

Был тиклем дә осһоҙ һәм файҙалы дарыуҙы күргәнегеҙ юҡтыр ул. 

Быуындар һыҙламай ҡалырБыуындар һыҙламай ҡалыр
Быуындар һыҙламай ҡалыр

Был тиклем дә осһоҙ һәм файҙалы дарыуҙы күргәнегеҙ юҡтыр ул! 

Һәм уны һеҙ мотлаҡ эшләп ҡуйырға тейешһегеҙҙер, моғайын.

Бының өсөн 1 аш ҡалағы эре тоҙҙо 1 литр һыуға һалып яҡшылап болғатығыҙ.

Икенсе һауытҡа 80-100 мл 10 %-лы нашатыр спиртын ҡойоғоҙ һәм шунда уҡ 10 г камфара спиртын өҫтәгеҙ. Яҡшылап болғатығыҙ ҙа тоҙ иҙмәһенә ҡойоғоҙ. Аҡ ҡына ябалаҡтар барлыҡҡа килер. Шешәнең ҡапҡасын ябығыҙ ҙа ныҡ итеп һелкетегеҙ. Был ябалаҡтар иреп бөтөргә тейеш.

Микстура әҙер. 

Баш ауыртыуын баҫыр өсөн микстураны һыу парында йылытып алығыҙ. Унан башығыҙға һөртөп, йылы яулыҡ ябынып ятығыҙ. 

Быуындар һыҙлаған саҡта манып мамыҡ һалығыҙ ҙа өҫтөнән компрес ҡағыҙы һәм целлофан менән уратып ҡуйығыҙ. Ошолай компрессты көнөнә 2-3 тапҡыр эшләргә була. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас