+24 °С
Ямғыр


Һулыған кишерҙе ике яҡлап ҡырҡығыҙ һәм өҫ яғын аҫҡа ҡалдырып һыу ҡойолған сөм һауытҡа теҙеп ҡуйығыҙ. Әгәр кишер күп кәрәкмәһә стаканды ҡулланабыҙ. Ул уңайлыраҡ булыр. Һауыт йәки стакан эсенә 5-6 шаҡмаҡ боҙ төшөрәбеҙ. Һыу һәм боҙ эсендәге кишерҙе һыуытҡысҡа бер нисә сәғәткә ҡуябыҙ. Шунан һуң кишер әле генә түтәлдән йолҡоп алынған кеүек тығыҙ һәм һутлыға әүерелер.
Кишерҙән иммунитетты нығытыусы смузи эшләп була. Бының өсөн 3 кишерҙе һәм ике апельсинды блендер менән ваҡлағыҙ. Уға бер стакан һыу һәм ҡырғыстан үткәрелгән ярты аш ҡалағы имбирь өҫтәгеҙ. Ошо эсемлекте көнөнә бер мәртәбә эсеү ҙә һеҙҙе киҙеү ауырыуҙарынан һаҡлар.