+24 °С
Ямғыр


Табала бешкән шешлек
1 кг ит
2 кг картуф
2 теш һарымһаҡ
1 аш ҡалағы онталған ҡара борос
4 баш уртаса ҙурлыҡтағы һуған
1 аш ҡалағы аджика
1 аш ҡалағы татлы паприка
50 гр аҡ май кәрәк була.
Итте турайбыҙ ҙа һуған, аджика һәм паприка менән 2 сәғәт тирәһе маринадлайбыҙ.
Картуфты әрсеп ҡырҡҡыслайбыҙ. Паприка, борос, иретелгән аҡ майҙы ҡойоп, духовкаға 40 минутҡа оҙатабыҙ.
Итте ҡыҙған табала ҡыҙарғансы ҡурып алабыҙ.
Унан матур итеп биҙәп, табынға ултырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!