Өс йомортҡаны һытып, тоҙ өҫтәп, болғатып, ҡоро табала ҡоймаҡ итеп ҡоябыҙ. Һыуынғас, һаламлап турайбыҙ. Ҡаҡланған колбасаны турап ҡушабыҙ. Консерваланған йәшел борсаҡ һәм 2-3 аш ҡалағы майонез һалып болғатабыҙ. Бик тәмле салат әҙер.