Файҙалы кәңәштәр
25 Ноябрь 2023, 06:15

Байрам өҫтәленә

Һәр байрамдың биҙәге һәм тәме булырҙай был салат еңел һәм тиҙ әҙерләнә. Эшләп ҡарағыҙ, һеҙгә лә мотлаҡ оҡшар. Яңы йыл өҫтәленә лә шәп салат буласаҡ. 

Байрам өҫтәленәБайрам өҫтәленә
Байрам өҫтәленә

Ҙур йәйенке тәрилкәгә салат япраҡтары һалығыҙ һәм өҫтөнә түңәрәк форма ҡуйығыҙ. Ҡатырғанан эшләргә була, әгәр әҙер форма булмаһа. Иң тәүҙә 5 бешкән йомортҡа турап һалабыҙ. Өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Һәр ҡатына шулай майонез һөртәбеҙ. Артабан ҡаҡланған тауыҡ ите, унан ике ҡыяр, унан корейса кишер, унан ҡырғыстан ҡырылған сыр һибәбеҙ. Һәр ҡатына майонез һыларға онотмағыҙ. Сырҙың өҫтөнә лә майонез һөртөп, форманы ипләп кенә алығыҙ. Салаттың ситенә сухариктар йәбештерегеҙ, ә өҫтөн редисканан эшләнгән сәскәләр менән биҙәгеҙ. Шпинат япраҡтары һалып сығығыҙ.  Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас