Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
18 Ноябрь 2023, 06:00

Кәбеҫтә тоҙлауҙың иң ябай һәм тәмле ысулдары

Кәбеҫтә тоҙлауҙың ҡыҙыу осоро. Башланыҡмы?

Кәбеҫтә тоҙлауҙың иң ябай һәм тәмле ысулдарыКәбеҫтә тоҙлауҙың иң ябай һәм тәмле ысулдары
Кәбеҫтә тоҙлауҙың иң ябай һәм тәмле ысулдары

2 кг кәбеҫтәгә 1 кишер алына. Турағыҙ, банкаға һалығыҙ. Ныҡ тығыҙ һалмағыҙ. Өҫтөнә 1литр ҡайнар һыуҙа 2 аш ҡалағы тоҙ һалынған тоҙламаны ҡойоғоҙ. Бындай ысул менән тоҙлау бигерәк тә кипкәнерәк кәбеҫтәгә шәп. 

Икенсе ысулы: 1 литр ҡайнар һыуҙа 2 аш ҡалағы тоҙ һәм 1 аш ҡалағы шәкәрҙе иретәбеҙ. Тоҙлама һыуынғас банкалағы кәбеҫтә өҫтөнә ҡуябыҙ. Өс көн йылы бүлмәлә , ваҡыты менән өҫтөн төртөп, тишеп тороғоҙ. Унан һалҡын урында һаҡлағыҙ. Бик тәмле кәбеҫтә килеп сыға. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас