+24 °С
Ямғыр
Бер йомортҡаны һытып уға 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 5 аш ҡалағы он һалып бутайбыҙ. Ҡаймаҡ ҡуйылығындағы был ҡамырҙы табаға ҡойоп ҡыҙҙырабыҙ. Бер яғы ҡыҙғас әйләндерәбеҙ һәм уның өҫтөн кетчуп менән һылап, үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәрҙе һибеп, эслекте һалабыҙ. Колбаса (йәки бешкән ит, фарш), помидор, борос һ.б. Кемгә нимә оҡшай инде. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һалабыҙ. Табаҡтың ҡапҡасын ябабыҙ. Сыр ирегәнсе тотабыҙ.
Аштарыбыҙ - тәмле, йорттарыбыҙ - ҡотло, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.