Файҙалы кәңәштәр
13 Ноябрь 2023, 07:12

15 минутта - төшкө аш

#Һаҡмар_рецепт  Төшкө ашың әҙер түгелме? Борсолма, тиҙ ге әҙерләй башла. 15 минутта әҙер буласаҡ.  Тәүҙә туралған итте табала бер аҙ ҡурып, өҫтөнә һыу ҡой. Ошолай быҡтырып алһаң тиҙ бешә. Был арала кишерҙе ҡырғыстан үткәр, һуғанды, помидорҙы, йәшелсәне тура.  Бешеп барған ит өҫтөнә төшөр.  Шунда уҡ макаронды һал һәм һыу ҡой. Тоҙ кеүек тәмләткестәр тураһында ла онотма!  Ашың тәмле, өҫтәлең йәмле булһын! 

15 минутта - төшкө аш15 минутта - төшкө аш
15 минутта - төшкө аш

#Һаҡмар_рецепт 

Төшкө ашың әҙер түгелме? Борсолма, тиҙ ге әҙерләй башла. 15 минутта әҙер буласаҡ. 

Тәүҙә туралған итте табала бер аҙ ҡурып, өҫтөнә һыу ҡой. Ошолай быҡтырып алһаң тиҙ бешә.

Был арала кишерҙе ҡырғыстан үткәр, һуғанды, помидорҙы, йәшелсәне тура. 

Бешеп барған ит өҫтөнә төшөр. 

Шунда уҡ макаронды һал һәм һыу ҡой. Тоҙ кеүек тәмләткестәр тураһында ла онотма! 

Ашың тәмле, өҫтәлең йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас