Бындай кәбеҫтәне банкаларға тоҙлайбыҙ. Эшләп ҡарағыҙ, барыһы ла яратып ашаясаҡ. Кәбеҫтәне турап, банкаларға тығыҙлап тултырабыҙ. Унан 2,5 литр һыуға ярты стакан тоҙ (әгәр кәбеҫтәне ныҡ итеп тығыҙлап тултырһағыҙ тоҙҙо бер стакан самаһы алырға), 1 стакан шәкәр һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас уға 100 грамм уксус ҡоябыҙ (был маринад өс литр банкаға иҫәпләнән). Әҙер маринадты кәбеҫтә тултырылған банкаларға ҡоябыҙ ҙа, банкаларҙы һыуыҡ урынға алып ҡуябыҙ. Кәбеҫтә 2-3 көндән әҙер була. Был кәбеҫтәгә оҙонсалай итеп туралған кишер ҙә өҫтәргә мөмкин. Һәр кемдең үҙ фантазияһы инде. Телеңде йоторлоҡ, кетерләп кенә торған кәбеҫтә әҙер. Бындай кәбеҫтәне ҡыш дауамында йәһәт кенә әҙерләп алырға була. Аштарыбыҙ тәмле булһын! Гүзәл Иҫәнгилдина.