+24 °С
Дождь


Байрам өҫтәленә
Ыҫланған тауыҡ итен ваҡ шаҡмаҡ итеп турайбыҙ. Уға эре ҡырғыстан үткәрелгән ике йомортҡа, 1 бүлкәт иҙелгән һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Ике ус кедр сәтләүеге һәм ҡырғыстан үткәрелгән 200 г сырҙы, 3 аш ҡалағы майонез ҡушып болғатабыҙ. Тәрилкәгә һалабыҙ, өҫтөн әҙерәк ҡалаҡ менән баҫабыҙ һәм өҫтөн һөйәкһеҙ виноград менән биҙәйбеҙ. Иҫ киткес тәмле салат әҙер.
Гүзәл Иҫәнгилдина.