+21 °С
Болотло


2 кг кәбеҫтәгә 400-әр г татлы борос, кишер, башлы һуған, 3 бүлкәт һарымһаҡ алына. Уларҙы оҙонсалай нәҙек итеп ттурағыҙ, һарымһаҡты иҙегеҙ. Маринад өсөн бер стакан һыуҙа 2 аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан шәкәрҙе ҡайнатып сығарығыҙ. Унан бер стакан уксус өҫтәп йәшелсәләр өҫтөнә ҡойоп болғатығыҙ. Иң аҙаҡтан бер стакан көнбағыш майы ҡойоғоҙ. Әгәр әсе яратһағыҙ, бер бөртөк әсе борос өҫтәгеҙ. Был салатты баҙҙа йәки һыуытҡыста һаҡлағыҙ.