Файҙалы кәңәштәр
4 Ноябрь 2023, 13:40

Бик тәмле һәм тиҙ пицца

Нисек пиццаң шулай тиҙ һәм төрлө-төрлө килеп сыға, ти дуҫтар. Әгәр өйҙәгеләрҙең кемеһе үтә боросло, кемеһе помидорһыҙ, кемеһелер сыры күп булғанды яратһа, ә үҙең сираттағы тәм эксперименты үткәрергә теләһәң, бер табала уны төрлөләндерергә була. Әйткәндәй, бер өлөшөнә консерваланған ананасты турап һәм тауыҡ ите һалып эшләнем. Бик тәмле килеп сыға. Был пиццаның ҡамыры ла тиҙ әҙер була...

Бик тәмле һәм тиҙ пиццаБик тәмле һәм тиҙ пицца
Бик тәмле һәм тиҙ пицца

Табаҡҡа 1 стакан - стакан ярым йылы һыу ҡойоғоҙ. Уға 3 аш ҡалағы шәкәр һалып болғатығыҙ. Унан 1 аш ҡалағы дрожжи өҫтәгеҙ һәм бер стакан тирәһе он һалып болғатығыҙ. 10 минутҡа ҡуйып тороғоҙ. Ул бызырлап китәсәк. Ошо ҡатнашмаға ярты стакан көнбағыш майы ҡойоғоҙ. Бер семтем тоҙ өҫтәп, он өҫтәп, ҡамыр баҫығыҙ. Уны ҡаплап тороғоҙ. Был ваҡытта пицца өҫтөнә нимә һаласаҡты уйлағыҙ. Ҡамырҙы ҙур табаға йәйеп һалығыҙ. Пиццаны дүрт өлөшкә бүлеп, уның бер өлөшөнә кетчуп, икенсеһенә, майонез, өсөнсө өлөшөнә иҙелгән картуф, дүртенсе өлөшөнә ҡышҡылыҡҡа әҙерләп куйған берәй салатығыҙҙы асып һылағыҙ. Кишер, ҡабаҡ икраһы, боросло салаттар шәп китеп бара. Артабан өҫтөнә туралған колбаса, бешкән ит, помидор һалабыҙ. Әгәр кемдер ныҡ боросло яратһа. шул өлөшөнә уны һибәбеҙ. Иң аҙаҡтан ҡырылған сыр һалабыҙ. Бына шулай бер пиццаны төрлөсә итеп бешерәбеҙ. Бик үҙенсәлекле һәм төрлө тәмдә булған пицца ҡыҙған духовкала 20-25 минут бешә. Эшләп ҡарағыҙ, мотлаҡ оҡшаясаҡ. Әйткәндәй, бер өлөшөнә консерваланған ананасты турап һәм тауыҡ ите һалып эшләнем. Бик тәмле килеп сыға.

Аштарыбыҙ тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ, дуҫтарым!

Бик тәмле һәм тиҙ пицца
Бик тәмле һәм тиҙ пицца
Бик тәмле һәм тиҙ пицца
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас