Файҙалы кәңәштәр
26 Октябрь 2023, 14:35

Кәзә һөтө - үҙе дауа

Геморройҙан. Ас ҡарынға кәзә һөтөнөң эремсек һыуын эсергә кәрәк. Уға ике балғалаҡ тоҙ ҙа өҫтәгәндә, ашҡаҙанды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара килеп сыға...

Кәзә һөтө - үҙе дауаКәзә һөтө - үҙе дауа
Кәзә һөтө - үҙе дауа

Бронхиттан. Һөттө ҡайнатып, һыуытҡас, бер балғалаҡ бал һәм әҙерәк бурһыҡ майы ҡушып, яҡшы итеп бутарға кәрәк. Шифалы коктейлде бер аҙна буйы көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә тәҡдим ителә.

Йүтәлдән. Һөттө ҡайнатып сығарғас, бер аҙ аҡ май һәм кәзә майы ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр эсергә.

Геморройҙан. Ас ҡарынға кәзә һөтөнөң эремсек һыуын эсергә кәрәк. Уға ике балғалаҡ тоҙ ҙа өҫтәгәндә, ашҡаҙанды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара килеп сыға.

Кәзә һөтөн һап-һау кешеләргә лә туҡланыу рационына индерергә тәҡдим ителә. Ул арыуҙы баҫа, нервыларҙы тынысландыра, депрессиянан арындыра, стрестан һаҡлай. Киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар көсәйгән мәлдә эскәндә, был сирҙәр һеҙгә ҡурҡыныс булмай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас