Файҙалы кәңәштәр
22 Октябрь 2023, 05:25

Ҡабаҡтан повидло

Ҡабаҡ үҫтерәм.. Бер нәмә лә эшләмәйем, тик повидло ғына әҙерләп алам. Быйыл сәскәнем "СОЛНЫШКО" тигән сорт булды. Исеме есеменә тап килеп кенә тора - эсе һап - һары. Бер тигеҙ ҙурлыҡтағы ҡабаҡ тарҙы алырға кәрәк, сөнки үтә эреләре тигеҙ бешмәй, ҡатыраҡ булуы ихтимал. Мин был юлы биш ҡабаҡтан эшләнем. Ике табаҡ сыҡты.

Ҡабаҡтан повидлоҠабаҡтан повидло
Ҡабаҡтан повидло

ҠАБАҠТАН ПОВИДЛО

(Һеҙҙең һорауығыҙ буйынса. Үҙемсә ысулы)

Ҡабаҡ үҫтерәм.. Бер нәмә лә эшләмәйем, тик повидло ғына әҙерләп алам.

Быйыл сәскәнем "СОЛНЫШКО" тигән сорт булды. Исеме есеменә тап килеп кенә тора - эсе һап - һары.
Бер тигеҙ ҙурлыҡтағы ҡабаҡ тарҙы алырға кәрәк, сөнки үтә эреләре тигеҙ бешмәй, ҡатыраҡ булуы ихтимал.
Мин был юлы биш ҡабаҡтан эшләнем. Ике табаҡ сыҡты.
Ҡабаҡтарҙы йыуып, тышын әрсегәндән һуң, телгеләп, бүлгеләп, ҙур кәстрүлгә һалып быҡтырҙым һәм ит турағыс аша үткәреп алдым. Сей көйө үткәрергә лә мөмкин, тик ит турағыс ауыр үткәрә. Әҙер массаҫа ит турағыс аша үткәреп күрәгә (300-400гр. тирәһе. Самаһын һәр кем үҙенсә самалай инде) һәм 3-(4) лимон ҡуштым. Тик лимонды тәүҙә үҙен генә һыуҙа бешереп алаһың - йомшаҡ ҡына булып бешә ул. Күрәгә менән бергә ит турағыстан үткәреп, ҡабаҡҡа ҡушып, шәкәр һалып, ярты сәғәт ҡайнатаһың. Ҡабаҡ сөсө, күрәгә - щәрбәт, шуға күрә шәкәрҙе лә тәменсә һалырға кәрәк. Мин һәр табаҡҡа бер килонан саҡ ҡына күберәк һалдым. (Үҙегеҙ тәмләп ҡарап, самалағыҙ.)
Бәлешкә лә бара, һөҙмәгә лә(сей эремсек), аҡ һәм ҡыҙыл эремсеккә лә хатта талҡанға ла ҡушып танысҡап һалып ҡуйырға була. Эшләп ҡарағыҙ, ҡыҙҙар.
Әйткәндәй, ҡабыҡтарын да ташламайым - ҡайнар һыу ҡойоп, көпләп ҡуйһаң, йомшара. Ҡош - ҡорт та ярата, быҙауҙар ҙа.

Таңһылыу апай.
Байым.

Ҡабаҡтан повидло
Ҡабаҡтан повидло
Ҡабаҡтан повидло
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас