

Баландан - дауа
Баланды элек-электән дауа өсөн ҡулланғандар. Ул һыуыҡ тейгәнлелектән дә, тамаҡ ауыртҡандан да, температуранан да, йөрәккә ял биреү өсөн дә, күҙҙе яҡшыртыу өсөн дә ҡулланғандар. Был тәҡдим ителәсәк рецепттар шуларҙың бик аҙы ғына.
Һыуыҡ тейгәнлектән һәм грипптан
Баландағы С витамины лимонға ҡарағанда ла күберәк. Шуға ла баланды һыуыҡ тейгәндә, ОРЗүнан, грипптан ҡулланалар. Шулай уҡ был ауырыуҙарҙан профилактика өсөн дә ҡулланырға мөмкин.
Тамаҡ ауыртҡанда һәм температуранан:
Балан төнәтмәһе менән тамағығыҙҙы сайҡатығыҙ. Тамаҡ ялғап алғандан һуң бер балғалаҡ баллы баланды ҡабығыҙ.
Күҙ өсөн дә файҙалы
Баланда күҙ өсөн файҙалы булған А витамины күп. Балан емештәрен ойоған һөт, ҡатыҡ ризыҡтары менән болғатып ашағыҙ. Шулай уҡ балан ҡайнатмаһын ҡаймаҡҡа йәки грек йогуртына болғатып ашарға була.
Йөрәкте тынысландырыу өсөн
Баланда Е витамины бар. Ә был тәбиғи антиоксидант, тамырҙарҙың ҡартайыу процессын кәметеүсе, энергия биреүсе булып тора. Баланды йыш ҡулланған кешеләрҙең ҡан баҫымы түбәнәйә. Тынысландырыусы дарыу ашағансы, төнгөлөккә 1 стакан баланлы морс эсеп ятыу ҙа етә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!